Башҡортостан милли симфоник оркестры Мәскәүҙә Петр Чайковский концерт залында сығыш яһаясаҡ

Бай йөкмәткеле ике сәғәтлек программала республика музыканттары Сергей Рахманинов һәм Николай Римский-Корсаков ижад иткән әҫәрҙәрҙе башҡарасаҡ.

Милли симфоник оркестр 29 йыл эсендә тәүге тапҡыр баш ҡалала тулы концерт менән сығыш яһарға әҙерләнә. Мәскәүҙәге төп концерт залында билдәле ижади коллективтар саҡырыу буйынса тамаша ойоштора.

Беҙҙең оркестр үҙ тарихында тәүге тапҡыр Мәскәү филармонияһында сығыш яһаясаҡ. Баш ҡала концерт залына беҙ уларҙың саҡырыуы буйынса барабыҙ. Был мөһим, етди, күләмле проект. Оркестр музыканттары Башҡортостанда академик сәнғәт юғары кимәлдә икәнен иҫбатлар тип ышанам.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың милли симфоник оркестры директоры
Фото №1 - Башҡортостан милли симфоник оркестры Мәскәүҙә Петр Чайковский концерт залында сығыш яһаясаҡ

Флорида Ким.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ