Алена Миронова – Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист

Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан бүлексәһендә тәүге гүзәл зат вәкиле машинист ярҙамсыһы булып эш башланы. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙарға тимер юл транспорты менән идара итеү рөхсәт ителмәгәйне. 1 ғинуарҙан Рәсәй Хөкүмәте сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарҙы. Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист ярҙамсыһы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Алена Миронова машинист ярҙамсыһы булараҡ тәүге тапҡыр үҙаллы сәфәргә сыға. Ул Дим станцияһы менән Шаҡша биҫтәһе араһында йөрөүсе электр поезы пультында. Машинист ярҙамсыһы етешһеҙлектәргә иғтибарлы, пассажирҙарға ихтирамлы булырға тейеш тигән фекерҙә Алена ханым. Үҙенең эшен ул үтә лә яуаплы тип иҫәпләй.

Әлегә тиклем ҡатын-ҡыҙҙарға поезд менән идара итеү рөхсәт ителмәне. Был эш гүзәл зат сәләмәтлегенә хәүефле тип баһаланды. Әммә техника бер урында тормай. Локомотивтар, поездар заманына ҡарап камиллаша бара. Машинист һәм уның ярҙамсыһына талаптар ҙа үҙгәрә. Һуңғы тикшереүҙәр нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙарға яңы быуын поездарында эшләргә мөмкин тигән һығымтаға киленгән.

Тимер юл транспорты менән идара итеүгә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итеүҙе белгестәр яҡшы күренеш тип иҫәпләй. Гүзәл заттарҙың хоҡуҡтары киңәйә. Шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та арта. Эштәге етешһеҙлектәр өсөн бит улар ирҙәр менән бер рәттән, тулы кимәлдә яуап бирәсәк.

Фото №1 - Алена Миронова – Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ