Сәләмәтлек документы QR-код рәүешендә була. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк, ти Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Ковид паспорты граждандарға спорт һәм мәҙәни сараларға 30 процентҡа тиклем ташлама менән билет һатып алыу мөмкинлеге бирә, сит илгә сыҡҡанда ла уңайлы.





