Ул белем алған Кушнаренко педагогия училищеһында тантаналы сара үтте. Рәсәй мәғариф алдынғыһы, тарих уҡытыусыһы Илфир Ҡотдосов һөйләй.
Кушнаренко педагогия училищеһы күп профилле һөнәрселек колледжы тип атала. Былтыр уҡыу йортона Даян Мурзин исеме бирелде. Бөгөн “ҡара генерал”дың тыуған яғы – Баҡалы районында ла Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманына арналған иҫтәлекле саралар үтә. Эпидемиологк хәлгә бәйле уларҙың байтағы онлайн тәртиптә ойошторолған.





