18-нән 27 ғинуарға ҡәҙәр федераль кимәлдә «Хәтер» аҙналығы үтә

 Уның барышында холокост ҡорбандары иҫкә алына. Саралар 27 ғинуарҙа тамамланырға тейеш. Тарихта был көндө Ҡыҙыл армияның Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында миллион ярым самаһы йәһүд милләтле кешеләр юҡ ителә. Күләмле этноцидҡа немец булмаған башҡа бихисап халыҡтар дусар була. БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин фашизмдың ҡанлы эҙен Ворошиловград, хәҙерге Луганск ҡалаһы биләмәләрендә барланы.

Ворошилоградҡа фашистар үтеп инмәһен өсөн ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар танктарға ҡыршы йырынды үҙ ҡулдары менән ҡаҙа. Әммә Ҡыҙыл армия сигенә, илбаҫарҙар шунда уҡ халыҡты ҡырыуға тотона. Башта әсиргә төшкән ҡыҙыл командирҙар, һалдаттар юҡ ителә. Артабан дошман ҡаланы йәһүдтәрҙән таҙартыуға тотона.

Әле ул урынды халыҡ «Острая могила» тип йөрөтә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса был ерҙә фашистар ике көн эсендә 25 меңгә яҡын кешенең ғүмерен ҡыйған.

Халыҡ ҡырылған урында 1945 йылда уҡ һәйкәл ҡуйыла. Был тирәлә бер ғәйепһеҙ үлтерелгән кешеләрҙең туғандар ҡәберлеге.Күптәренең исеме билдәһеҙ. Мемориал түрендә йәнһеҙ сабыйҙы күтәргән Совет һалдаты. Уның йөҙө ҡайғынан ҡара янған.

Фашизм һабаҡтары онотолмаҫ кеүек ине лә бит. 21 быуатт Луганск биләмәһендә утлы ғәрәсәт йәнә ҡабатланды. Украина ҡораллы көстәре агрессияһы һөҙөмтәһендә меңдәрсә кеше ғүмере ҡыйылды.

Ҡанлы танк йырынынан алыҫ түгел, юл аша йәнә бер мемориал ул 2014 йылдың йәйендә һәләк ителгәндәрҙең туғандар ҡәберлеге.

Украина ғәскәрҙәренең Т-72 танкы 2014 йылғы ҡанлы ваҡиларҙың өнһөҙ шаһиты. Тыныс халыҡты һәм утҡа тотоусыларҙы ополчение вәкилдәре шартлата. Әле ул Луганск ҡалаһы менән Хрещеватая станицаһы араһында постоментҡа ҡуйылған. Һәйкәлгә әйләндерелгән танк һуғыш ғәрәсәте тураһында иҫкәртә.

Фото №1 - 18-нән 27 ғинуарға ҡәҙәр федераль кимәлдә «Хәтер» аҙналығы үтә

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ