Башҡортостандың ауыл ипотекаһы программаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Башҡортостандың ауыл ипотекаһы программаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы
Фото №1 - Башҡортостандың ауыл ипотекаһы программаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. “2020 йылда 5 миллиард һумға  2 мең 400  льготалы кредит бирелгән. Был яҡшы күрһәткес.  Ипотека юллағандарҙың күбеһе 35 йәшкә тиклемге һәм балалы йәш ғаиләләр. Улар башлыса Өфө, Стәрлебаш, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Яңауыл райондарында йорт һәм участок һатып алған. Беҙҙең төп бурыс – халыҡҡа йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн, биләмәләрҙә инфраструктураны үҫтереү“,- тип яҙа Радий Хәбиров. Хәбәр итеүебеҙсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан ауыл ипотекаһы өсөн беренсе иғәнә урынына әсәлек капиталын йүнәлтергә мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ