Кушнаренко районында легендар яҡташыбыҙға мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Гитлерҙың шәхси дошманы, партизандар хәрәкәте командиры Даян Мурзин уҡыған белем усағы - әлеге күп профилле һөнәри колледж бинаһына урынлаштырылды.
«Ҡара генералдың» 100 йыллығын билдәләгәндә уның тураһында киләсәк быуынға күберәк мәғлүмәт еткереү мөһим. Даян Баян улы 6 тиҫтә поезд составын юл ситенә осорған, Чехословакия биләмәһендә генә 4 меңдән ашыу дошманды тар-мар иткән легендар партизан. Күп профилле колледжға Даян Мурзиндың исемен биреү йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәсәк, ти уҡыу йорто етәкселеге.
Даян Баян улының тыуған яғы Баҡалыла ла иҫкә алыу үтә. Уның ҡаһарманлығы, һоҡланғыс тормош юлына бағышланған мәҙәни саралар ҙа пандемия сәбәпле, онлайн форматта үтә. Балалар «Ҡара генералға» арналған йыр-шиғыр бәйгеләрендә ҡатнаша. Кинозалда уның турала документаль фильмдар күрһәтелә, күргәҙмәләр ойошторола. Сараларға тотош райондың мәҙәниәт усаҡтары, китапхана һәм мәктәптәре ҡушылған. Рәсми вәкилдәр легендар яҡташыбыҙҙың музейы, район үҙәгендәге мемориалға сәскә һалды.
Айнур Кәбиров.




