Ярыштар республика кимәлендә үтәсәк уйындарға һайлап алыу этабы ла булып тора, иң яҡшы хоккейсылар район йыйылма командаһына эләгә. Турнир 10-сы тапҡыр ойошторолдо, быйылғыһында Аҡбирҙе ауылы йәштәре еңеүсе булды. Аҡбирҙе ауыл биләмәһе башлағы Азамат Сатыев билдәләүенсә, йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләү буйынса комплекслы эш алып барыла.





