Ғәли Соҡорой киләсәк быуындың белемле булыуына ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Уның исемен мәңгеләштереү мөһим, тине Республика Фәндәр Академияһы президенты урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов.
Ғәли Соҡоройҙоң төп хеҙмәттәре башҡорт ырыуҙарына бағышланған. 19-сы һәм 20-се быуат башында башҡорттар үҙҙәренең ҡайһы ырыуҙан булыуын нисек танытҡан? Республика стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни анализлау үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов һөйләй.
8 ғинуарҙа Ғәли Соҡоройҙоң 195 йыллығына арнап, Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында мемориаль таҡтаташ асылды. Уның йорт-музейына экскурсия, күргәҙмәләр ойошторолдо.






