Башҡортостанда ташлама менән файҙаланған граждандарға капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе компенсациялау ваҡыты оҙайтылды.
Мәғлүм булыуынса, түләүҙәр күп ҡатлы йортта йәшәгән һәм ташламалы категорияға ҡараған граждандарға бирелә. Был исемлеккә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсалата компенсация алған кешеләр инә. Йәғни, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, тыл ҡаһармандары, хеҙмәт ветерандары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр. Уларға торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.
Әгәр элек дәүләт ярҙамы тура ресурс компанияларына күсерелһә, хәҙер ул торлаҡ хужаларының иҫәбенә күсә. Аҡсалата компенсация нормативтар буйынса түгел, ҡулланылған хеҙмәттәр күләменән сығып билдәләнә. Түләүҙәрҙе алыу өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәте порталы аша ебәрергә йәки күп функциялы үҙәктәргә йәки йәшәгән урының буйынса Социаль ярҙам учреждениеларына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова.




