Ауыл хужалығы: Ҡышты юғалтыуһыҙ сығырға

Ауыл эшсәндәре өсөн яуаплы осор. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылындағы Рәсүлев крәҫтиән-фермер хужалығы ҡураларында һуңғы осорҙа  малдар һаны арта. Ҡышлатыу менән бер рәттән быҙаулатыу осоро ла уңышлы бара. Теманы Баймаҡтан әҙерләнгән яҙма дауам итә.

Хужалыҡта малдарҙы быҙаулатыу йыл әйләнәһенә бара. Шуға күрә лә быҙау аҙбары бер ваҡытта ла буш тормай. Уларҙы ике айға тиклем һәр береһен айырым бүлектәрҙә тотолар. Малдар көр булһын өсөн уларҙы дөрөҫ туҡландырыу кәрәк, хужалыҡта был эш яҡшы ойошторолған.Тәүге көндәрҙә үк быҙауҙарға һөттән тыш, витаминдарға бай ҡатнашма бирә башлайҙар.

Хужалыҡта 245баш мал аҫрала шуларҙың 110‐ы һауын һыйыры,уларҙан көндәлек һауым 800‐850 литрға етә. һөттө Урғаҙа ауылының ,,Яковлевка,,кооперативына тапшыралар.Утыҙ йылдан ашыу һауынсы булып эшләгән Мәүлиха Әфләтүнова Рәсүлев хужалығында ун йылға яҡын эшләй, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә.

Малдарҙың имен ҡыш сығыуына хужалыҡ етәкселегенең ышанысы ҙур. Үҙ эшен яҡшы белгән Радик Рәсүлев районда оҫта ойоштороусы булараҡ билдәле.Тырыш фермер сананы яҙ,арбаны ҡыш әҙерләргә кәрәкте яҡшы белә.

Уҙған йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлаған хужалыҡтың быйылғы йылға ла өмөттәре ҙур.Киләсәктә мал аҙбарҙарына капиталь ремонт эшләү күҙ уңында тотола.

Фото №1 - Ауыл хужалығы: Ҡышты юғалтыуһыҙ сығырға

Раушания Рәхимова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ