Үҙен урман башҡорто тип атап, Ирәкте, йәғни Ҡара-табын ырыуы тарихын өйрәнеүгә нигеҙ һалған шәхес

Башҡортостандың Милли музейында XIX быуатта киң танылыу алған шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тормош һәм ижад юлына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала Башҡортостан фәндәр академияһы ғалимдары, тарихсылар сығыш яһаны.

Ғәли Соҡоройҙоң ҡулъяҙмалары бөгөн Өфө, Ҡазан һәм Санкт-Петербург ҡалаларында һаҡлана. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында 9 дәфтәр, йыйынтыҡ барлығы билдәле. Ҡулъяҙмалар эстәлегендә шиғырҙар, дастан һәм рифмалы әҫәрҙәрҙе тап итергә мөмкин.

Фото №1 - Үҙен урман башҡорто тип атап, Ирәкте, йәғни Ҡара-табын ырыуы тарихын өйрәнеүгә нигеҙ һалған шәхес

Гөлназ Хәйбуллина.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ