Рәсми сараларҙа башҡорт эшлекле костюмын кейеү тәртибе раҫланды

Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Ҡағиҙәләр тәү сиратта дәүләт хеҙмәткәрҙәре, муниципаль чиновниктар, төрлө ведомство һәм ойошма етәкселәренә ҡағыла. Башҡортостан башлығы күрһәтмәһендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән башҡорт эшлекле костюмының төрҙәре аныҡлана, уны рәсми сараларҙа кейеү тәртибе билдәләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халҡыбыҙҙың милли традицияларын сағылдырған башҡорт эшлекле костюмын тәүге тапҡыр республика башлығы Радий Хәбиров үҙендә һынап ҡараны. Ирҙәр өсөн кейем башҡорт атлы яугирҙарының камзулын хәтерләтә. Костюмды Өфө модельеры Радик Хәйруллин текте.

Фото №1 - Рәсми сараларҙа башҡорт эшлекле костюмын кейеү тәртибе раҫланды
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ