Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Был ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәре, муниципаль чиновниктар, дәүләт органдары ҡарамағында булған ойошмалар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Ир-егеттер өсөн эшлекле башҡорт милли кейеме кәзәкин, салбар, күлдәк һәм аяҡ кейеменән тора. Уның менән шулай уҡ камзул, түбәтәй кейергә, билбау быуырға мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙың эшлекле милли костюмы күлдәк, блузка һәм юбка, пиджак йә жилет, камзул һәм костюмға тура килгән аяҡ кейеменән ғибәрәт. Шулай уҡ биҙәүестәр ҡулланырға мөмкин. Комстюмдарҙың сағыу төҫтәрҙә булмауы шарт.
Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.






