Күрше республика вәкиле Башҡортстан вице-премьеры Азат Бадранов менән осрашты. Вәсил Шәйхрәзиев легендар разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Даян Мурзиндың ҡәберендә булды. Татарстан ҡунағы билдәләүенсә, Башҡортостанда яу ҡаһармандарына ихтирам һәм иғтибар ҙур. Азат Бадранов үҙ сиратында батырҙың исеме ике туғандаш республиканы бәйләп тороуын билдәләне. Татарстан вице-премьеры Башҡортостан етәксеһе һәм Хөкүмәтенә ике республика араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә тос өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе.





