Ҡырмыҫҡалы районында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә өс йәш белгес торлаҡлы булған. Улар барыһы ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Насип Сибәғәтуллин урындағы дауаханаға хирург булып “Ауыл табибы” программаһы буйынса ҡайтҡан.
Район артабан да йәш белгестәргә, йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, ти хакимиәт белгесе Айҙар Саяпов.
Башҡортостанда быйыл дәүләт программаһына ярашлы 84 миллион һумданашыу аҡса бүленгән, сумманың төп өлөшө федераль ҡаҙнанан килә. Субсидиялар ярҙамында республикала йәшәүсе 61 ғаилә торлаҡлы буласаҡ





