Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 4 мең 678 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 659-ы дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 41 пациент һауыҡҡан, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусылар һаны 22 мең 700-ҙән артты.





