Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләү буйынса аралашыу маҡсатында халыҡ менән осрашыу үткәрергә ҡушты

Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләү буйынса аралашыу маҡсатында халыҡ менән осрашыу үткәрергә ҡушты
Фото №1 - Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләү буйынса аралашыу маҡсатында халыҡ менән осрашыу үткәрергә ҡушты

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда халыҡ декабрҙә йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың 30-70 процентҡа артыуына зарлана. “Барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр архивы булдырылырға тейеш. Беҙ әле Благовещен ҡалаһында ошо эште яйға һалып барабыҙ. Сиратта - Өфө. һәр хеҙмәт буйынса айырым иҫәпләү үҙәге бар, шунлыҡтан аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға. Беҙҙең алда түләүҙәр системаһын тәртипкә килтереү бурысы тора”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Иртәгә управдом, подъезд буйынса яуаплылар һәм йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыу ойошторола. Йәмәғәт палатыһы йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһен етди күҙәтеүгә алырға тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ