Федераль именлек хеҙмәте идаралығы мәғлүмәте буйынса, 26 йәшлек ир тәртип һаҡлау органдарына һөжүм әҙерләгән. Йәшерен урында ҡорал һаҡлаған. Ҡулға алыныусының террор ғәмәлен башҡарыу тәртибен Рәсәйҙә тыйылған "Хаят тахрир аш-Шам" ойошмаһы эмиссарҙарынан алыуы мәғлүм. Быны ирҙең гаджеттарындағы хәбәрләшеү яҙмалары раҫлай.





