2021 - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт халҡы тарихы йылы тип иғлан ителде

2021 -  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт халҡы тарихы йылы тип иғлан ителде
Фото №1 - 2021 -  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт халҡы тарихы йылы тип иғлан ителде

Быйыл арҙаҡлы шәхестәргә арналған ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Улар менән бөгөн Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат конференцияһында таныштырҙылар. Йәмәғәт ойошмаһы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һөйләй.

2021 - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт халҡы тарихы йылы тип иғлан ителде

Матбуғат конференцияһы барышында шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм бөгөнгөһөн танытыуға йүнәлтелгән конкурс еңеүселәренә грант тапшырылды. Аҡсалата бүләк алыусылар араһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева ла бар. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

2021 - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан башҡорт халҡы тарихы йылы тип иғлан ителде

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант ай һайын тапшырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында танышырға була.

Волна
Акции БСТ