Быйылғы олимпиада онлайн форматта - интернет селтәрендә үткәрелә. Яңы форматта ойоштороу олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Быйыл 728 уҡыусы саҡырыу алды. Бәйгенең һуңғы этабында район, ҡала олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар ҡатнаша ала. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән. Уҡыусылар 3 турҙа көсөн һынай. Олимпиаданың яҙма эштәре "Туған тел донъяһы" порталында, телдән башҡарыласаҡ эштәр Zoom платформаһында ойошторола. Еңеүселәр исеме иртәгә YouTube каналында "Мир родного языка" төркөмөндә иғлан ителә.





