Үлемесле авария бөгөн иртән Һамар-Өфө-Силәбе трассаһының 1483 километрында, Өфө районының Рус Юрмашы менән Шамонин ауылдары араһында теркәлде. Тулыраҡ беҙҙең киләһе репортажда.
Авария күҙ асып йомған арала була. Фольксваген Поло автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып «Мерседес» маркалы ауыр йөк машинаһының аҫтына барып инә. Фураның водителе әйтеүенсә, ул Өфөнән тауар тейәп Белоретҡа сыҡҡан була. Әммә алыҫ китеп тә өлгөрмәй, ҡаршы һыҙаттағы автомобилдәрҙең береһе уның алдына килеп сыға.
Йөк автомобиле водителе әйтеүенсә, ул да, ҡаршыға килгән автомобилдәр ҙә юғары тиҙлек тә хәрәкәт итмәй. Сөнки иртәнге сәғәттәрҙә буранлап тора һәм тайғаҡ була. Юлсылар иһә трассаның даими эшкәртелеүен һәм таҙартылыуын раҫлай.
Дәүләт номерҙарына ҡарағанда Фольсваген Поло автомобиленең Новосибирск өлкәһендә теркәлеүе мәғлүм. Уның эсендә йәш ғаилә була. Транспорт сараһы менән 28 йәшлек ҡатын идара итә. Алдан күҙаллауҙар буйынса, водительдең идара итеү һәләтен юғалтыуы ихтимал.
Әле фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Рәмзиә Кәримова.




