Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында төҙөкләндереү эштәре тамамланды

Реконструкциянан һуң аэропорт майҙанында транспорт хәрәкәте схемаһы үҙгәреп,машиналарҙы үткәреү һәләте бер нисә тапҡырға арта. Водителдәргә шлагбаумды үтеү өсөн тығындарҙа ваҡыт әрәм итергә түгел. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡаралған хәҙмәттәр ҙә камиллаштырыла. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфө аэропорты майҙанында йыш йөрөгән водителдәр төҙөкләндереү һөҙөмтәһен шлагбаумдар эргәһендә үк һынай. Быға тиклем транспорт ағымы көслө булған көндәрҙә тығындар барлыҡҡа килһә - әле киңәйтелгән рәттәрҙә автомобилдәр иркен хәрәкәт итә. Машиналарҙы видеокүҙәтеү системаһы аша ҡараған диспетчер автомобилдең дәүләт номеры хаҡында мәғлүмәтте туплап, дөйөм базаны туплап бара. Быға тиклем ҡағиҙәләрҙе боҙоусы водителдәрҙең тимер аты шунда уҡ экранда сағыла.

Төҙөкләндереү саралары барышында техник база яңыртылды. Быға тиклем водителдәр аэропортҡа ингән урында сиратта 5 минут торһа, әле 2 минут эсендә үтеп китә. Парковка өсөн түләгән ваҡытта 30 секунд ваҡыт етә.

Денис Никитин, М. Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортының коммерция директоры

Реконструкциянан һуң водителдәр парковка өсөн  банк картаһынан тыш смартфонға теркәлгән карта менән контактһыҙ рәүештә лә түләй ала. Аэропорт статистикаһы буйынса, әле машина хужаларының 40 проценты талон өсөн телефон аша иҫәпләшә.

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн парковалағы урындар ике тапҡырға арттырылған. Шулай уҡ юл билдәләре эргәһендә аэропорт менән бәйләнеш телефон номеры күрһәтелгән. Ниндәйҙер ярҙам талап ителгәндә  хеҙмәткәрҙәрҙе саҡыртырға мөмкин.

Төп үҙгәрештәрҙең береһе – мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн Рәсәйҙең бер аэропортында ла булмаған хеҙмәттәр ойошторола. Уларҙың машинаһының дәүләт номеры берҙәм базаға индерелә һәм икенсе тапҡыр аэропортҡа килгән водителгә шлагбаум аша бушлай сығыр өсөн документ күрһәтергә кәрәкмәй. Улар иркен хәрәкәт итә ала, дөйөм базала бар мәғлүмәт күренеп тора.

Татьяна Ризван, М. Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат бүлеге етәксеһе

Аэропорттан сыҡҡан урында бер юлы ике шлагбаум ҡуйылған. Быға тиклем парковка өсөн аҡса түләргә теләмәгән намыҫһыҙ водитель алдағы машинаға яҡын терәлеп үтеп өлгөрһә, хәҙер был мөмкин түгел. Автомобиль ике шлагбаум араһында ҡыҫылып ҡалыуы ихтимал.

Фото №1 - Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында төҙөкләндереү эштәре тамамланды
Башбат

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ