Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтендә эсәр һыу тикшерелә

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең референт һынау үҙәгендә эсәр һыуға анализ алыу мөмкинлеге тормошҡа ашырыла.

Тармаҡтағы яңы төр хеҙмәт Шишмә районында махсуслашҡан. Белгестәр һыуҙың ҡатылығынан тыш, кальций, тимер кеүек химик элементтарын, башҡа төр матдәләр барлығын да асыҡлай. Дөйөм эш күләме сәғәт ярым тәшкил итә.

Һыуҙағы ҡатышма кеше сәләмәтлегенә төрлөсә тәьҫир итеүе ихтимал. Ул йыш ҡына организмда таш йыйылыуҙың да төп сәбәпсеһе булып тора. Теләге булған һәр кем һыуға тулы анализ алыу өсөн Башҡорт референт үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

Фото №1 - Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтендә эсәр һыу тикшерелә

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ