Орлоҡтан йөҙйәшәр ҡарағайға тиклем

Йылайыр районы урмансылары республикала йыл һайын ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» акцияһына әҙерләнә. Яҙ күсереп ултыртыласаҡ ағас үҫентеләре бөгөн питомтиктарҙа үҫтерелә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Орлоҡсолоҡ тармағындағы мөһим эштәрҙең береһе. Урмандан йыйып килтерелгән тубырсыҡтар киптереүгә ебәрелер алдынан ентекле таҙартыу үтә. Ҡороғандары, энәләре булғандар айырыла. Тубырсыҡ ни тиклем  эре, орлоғо шул тиклем күберәк.

Артабан, таҙартылған тубырсыҡтар дүрт секциянан торған барабанға оҙатыла. Уның бер секцияһы дүрт биҙрәгә торошло. Бында тубырсыҡтар 50-55 градус температурала ныҡлап асыла. Эш тик бының менән генә сикләнмәй ваҡыты-ваҡыты менән хеҙмәткәрҙәр барабанды өйрөлтөп тора.

Бер тәүлектән 16 биҙрәнән килограмм да 200 грамм орлоҡ алырға мөмкин. Ҡанатлы орлоҡтар тәбиғәттә ел ярҙамында күсеп яңы үҫентеләр ҡалҡып сыҡһа, ә яһалма урман үҫтергәндә улар һындырыла.

Йылайыр районында йыл һайын урманды тергеҙеү буйынса махсус саралар үтә. Биләмәлә ҡатнаш урман зонаһы майҙаны 200 мең гектар майҙанды тәшкил итә. Ҡырҡылған ағас күләменә ҡарап, яңы үҫентеләр икеләтә арттырып ултыртыла. Ергә ныҡлап яраҡлашып киткәнсе улар белгестәр күҙәтеүендә ҡала.

Фото №1 - Орлоҡтан йөҙйәшәр ҡарағайға тиклем

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ