Халыҡ мөрәжәғәте буйынса бында 2 саҡрым 200 метр арауыҡта – 72 бағана, энергияны аҙ сарыф итеүсе лампалар ҡуйылды. Ощо маҡсатта муниципалитет тарафынан миллион ярым һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамы ла хәҙер ҡараңғылыҡтан арынған.
Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Төп иғтибар автомобиль хәрәкәте көслө булған участкаларға йүнәлтелә.
Гөлназ Хәйбуллина.




