Тәрбиәүе эштәр планына ярашлы, мәғариф учреждениеларында асыҡ һауала сәләмәтлек көнө, ғаилә эстафетаһы, класс сәғәттәре ойошторолдо. Октябрьский ҡалаһының 10-сы мәктәбендә профйүнәлеш дәресе үтте.
6-11 синыф уҡыусылары «Киләсәккә билет» иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты менән танышты. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған. Башҡортостан был проектта дүртенсе йыл ҡатнаша. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн дә саф һауала төрлө уйындар үтте.
«Сәләмәтлек көнө» Салауат ҡалаһында да уҙҙы. Мәҫәлән, кадет мәктәбендә күңелле эстафета ойошторолдо. Балалар тупты аяҡ аҫтына ҡыҫтырып йүгерҙе, таяҡ менән шарҙы тәгәрәтте, ҡулса аша үтеүҙә етеҙҙәрҙе асыҡланы. Ярыштар балаларҙың күңеленә хуш килде.
Илдар Байбулатов.




