Өфөлә күләмле оборона айлығы башланды

23 февралгә тиклем «Рәсәй армияһына, авиация һәм флотҡа булышлыҡ итеү буйынса ирекле йәмғиәт»тең барлыҡ бүлексәләрендә лә спорт ярыштары үтә. Мәғариф учреждениеларында «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре» уҙғарыла.

Сараларҙың маҡсаты – йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, хәрби хеҙмәтте, сәләмәт тормошто пропагандалау. Әйткәндәй, бөгөнгө саңғы ярышында 12-cе айырым гвардия инженер бригадаһында хеҙмәт итеүселәр, яҙғы саҡырыш компанияһына махсус әҙерлек үтеүсе егеттәр ҙә ҡатнашты.

Фото №1 - Өфөлә күләмле оборона айлығы башланды

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ