Ферма проектын тормошҡа ашырыр өсөн 650 миллион һум талап ителә. Проект Республика Хөкүмәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды.
Район хакимиәте белгесе Альбина Ғәбдуллина һөйләй.
Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, проект өлгөлө тәжрибә майҙансығы булараҡ ҡарала. Ошондай фермаларҙы республиканың тағы бер-нисә районында төҙөү күҙаллана. Был үҙ сиратында ауыл хужалығы преприятиелары үҫешенә булышлыҡ итәсәк.





