Авария Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юл трассаһында теркәлә. ВАЗ менән Рено Сандеро автомобилдәре юлды бүлешә алмай. Зыян күргән сит ил машинаһы водителе дауаханаға оҙатылған. Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала аварияларҙа 4 кеше йәрәхәтләнгән.





