Башҡортостан уҡыусылары “Сәләмәт Рәсәй- дөйөм эш” конкурсында ҡатнаша

Башҡортостан уҡыусылары “Сәләмәт Рәсәй- дөйөм эш” конкурсында ҡатнаша
Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары “Сәләмәт Рәсәй- дөйөм эш” конкурсында ҡатнаша

“Сәләмәт Рәсәй- дөйөм эш” Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан уҡыусылары командаһы тәүге алтау исемлегенә инде. Тәүге этапта илдең 23 төбәгенән меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Һау-сәләмәт тормошто пропагандалау- конкурстың төп маҡсаты һанала. Сара барышында үҙеңдә шәхес тәрбиәләү буйынса билдәле спикерҙар менән дәрестәр уҙғарыла. Икенсе этап 25 апрелгә тиклем дауам итә. Конкурста мәғариф учреждениелары уҡыусылары, педагогтарҙан торған командалар ҡатнаша ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ