Баҫманың беренсе һаны 1990 йылдың 25 ғинуарында донъя күрә. Әлеге көндә лә журналдың төп маҡсаты - балаларҙа башҡорт мөхитенә, башҡорт теленә һөйөү уятыу. Телде баҫмаларҙа ғына түгел, социаль селтәрҙәрҙә лә таратыу мөһим тип иҫәпләй журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.





