Был яңылыҡ декабрҙә хаҡты 42 проценттан артығыраҡ түләгән фатир хужаларына ҡағыла. Тәүге суммалар февраль айындағы квитанцияларҙа сағылыш табасаҡ. Бөгөн Республика башлығы рәйеслегендә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, әле 5 мең тирәһе күп ҡатлы йортта тикшереү бара. Йылылыҡ өсөн түләүҙәр кемгә һәм ниндәй шарттарҙа ҡайтарыла, ошо хаҡта БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Йылылыҡҡа хаҡтар артыуы һуңғы аҙналарҙағы иң ҡыҙыу темаларҙың береһе. Был проблема буйыса уҙғарылған кәңәшмә-йыйылыштарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Әммә хәҙер килеп тоннель осонда ут күренде тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында билдәләнеүенсә, түләүҙәр кире ҡайтарыла башлай.
Түләүҙәр декабрҙә алдағы ай менән сағыштырғанда йылылыҡ өсөн хаҡты 42 проценттан артығыраҡ түләгән кешеләргә ҡағыла. Бынан тыш, фатир хужаларының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы булмауы ла шарт. Республика башлығы ентекле тикшереү һәм етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү бурысын ҡуйҙы.
Әле Өфөнөң һәр районы хакимиәте ресурс компаниялары һәм торлаҡ хужалары менән берлектә йыйлыштар уҙғара, проблема бергәләп, уртаға һалып тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, һәр йорт, фатир буйынса айырым тикшереү шарт. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта, түләүҙәр февраль айындағы квитанцияларҙа уҡ сағылыш табасаҡ.
Тәүге түләүҙәрҙе Өфө инженер селтәрҙәре хеҙмәтләндергән йорт хужалары аласаҡ. Ә бына «БашРТС» компанияһы буйынса әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә был ойошмаға 9 меңдән ашыу күп ҡатлы йорт ҡарай, уларҙың 3 меңгә яҡыны декабрҙә йылылыҡ өсөн 42 проценттан ашыуыраҡ өҫтәмә менән квитанция алған.
Рәмзиә Кәримова.




