Рейд барышында янғын тураһында иҫкәртеү ҡорамалдары барлығы, мейестәрҙең һәм электр сымдарының хәүефһеҙлеге тикшерелде.
Тәжрибәле белгестәр янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын урынлаштырҙы һәи инструктаж үткәрҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм янғынға ҡаршы хеҙмәт инспекторҙары баҡсасылар ширҡәтендәге тиҫтәләгән йортта булып, аңлатыу эштәре үткәреп өлгөрҙө.
Йорттарҙа башлыса электр сымдарында етешһеҙлектәр булыуы һәм күпселегендә янғын һүндереү саралары юҡлығы асыҡланды. Рейдта йөрөүсе төркөм ағзалары инструктаж үткәреп, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре яҙылған листовкалар таратты. Бындай рейдтар даими үткәрелә. Айырыуса күмәк балалы ғаиәләр, яңғыҙ ғүмер иткән өлкән йәштәгеләргә янғын сығыу хәүефе күберәк янай.
Гүзәл Борханова.




