Ул пассажирҙарға Дим биҫтәһенән Шаҡшаға тиклем 44 минутта барып етеү мөмкинлеге бирә. Был яңылыҡ баш ҡалалағы күләмле төҙөлөш эштәренә бәйле индерелгән. Электричкала йөрөү хаҡы өсөн «Алға» транспорт картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге тимер юлы станцияһы. Иртәнге сәғәт етенсе ярты. Ҡаланың сәнәғәт зонаһында эшләүселәр эшкә ашыға. Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереү эштәренә бәйле, халыҡ еңел автомобилдән электричкаға күскән. Быны Республиканың ҡала яны пассажирҙар компанияһының статистика мәғлүмәттәре иҫбатлай. Уҙған декабрь айы менән сағыштырғанда пассажирҙар һаны 16 процентҡа артҡан.
Пассажирҙар тура юл менән эш урынына ваҡытында барып етеүҙәренә ҡәнәғәт. Өҫтәүенә, электричка ла өр-яңы. Республика ҡала яны электричкалары паркы былтыр сентябрҙә яңыртылған.
Юл хаҡы 22 һум тора, «Алға» картаһы менән иҫәпләшкәндә 20 һумға төшә. Ғөмүмән, транспорт картаһын республиканың барлыҡ электричкалары ла ҡабул итә. «Бәхетле сәғәт» тарифы ла ғәмәлдә ҡала. Йәғни бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырырға тура килгән пассажирҙарға юл хаҡын ҡабат түләргә тура килмәйәсәк. Биҫтә-ара маршрутта бөгөн 35 электричка эшләй. Димдән Шаҡшаға тиклемге арауыҡты 44 минутта үтергә мөмкин. Былтыр ҡала яны поезы менән миллион ете йөҙҙән ашыу пассажир файҙаланған.
Азат Ғәлиуллин.




