Социаль мәсьәләләрҙе күп каналлы телефон аша консультация алып хәл итергә мөмкин. Был хеҙмәт республика социаль яҡлау үҙәге филиалдарының 70 нөктәһендә эшләйәсәк.
Оператор-диспетчерҙар иртә менән халыҡтан социаль өлкәгә ҡараған һорауҙарҙы ҡабул итә башланы ла инде.
8(347)200-80-80
Экрандағы телефон һандарын республиканың һәр ҡалаһы һәм районы кешеләре ҡуллана ала. Торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге ташламалар, аҡсалата айлыҡ компенсациялар алыу тәртибе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү төрҙәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса граждандарҙан шылтыратыуҙар килә.
Гүзәл Борханова.




