Улар етештергән тауарҙар “Оҫталар йәрминкәһе”тип аталған онлайн сауҙа итеү майҙансығында урынлаштырыла. Эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова социаль селтәрҙә билдәләүенсә, был йүнәлештә баҙар сәнәғәткә ҡарағанда тиҙерәк үҫешә. Етештереү йәһәтенән мәсьәләләр булмаһа, һатыу өлкәһендә ҡыйынлыҡтар бар. Әле ҡулдан эшләнгән тауарҙарҙы маркетплейсҡа урынлаштырыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бындай ярҙам бушлай күрһәтелә.. Майҙансыҡ һөнәрселәргә һатыу итеүгә яңы мөмкинлектәр асыуҙы маҡсат итә, тип яҙа Римма Бойцова.





