Рәсәй студенттары көнөнә оло бүләк

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Йәштәрҙе тарихи ваҡиға менән республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Ярты быуат элек төҙөлгән дөйөм ятаҡ оҙаҡ йылдар Өфө авиация техникумына тоғро хеҙмәт итә. Шулай ҙа былтыр ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы ул бушлай медицина университетына тапшырыла. Замана йәштәренең заманса йәшәү шарттары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.  

Медицина өлкәһендәге көнүҙәк һорауҙар шунда уҡ тәржемә ителә. Республикала халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән мобиль ҡушымта эшләй башланы. Уның ярҙамында табиптар пациент менән башҡорт телендә лә үҙаллы аралаша ала. Рәсәйҙәге беренсе милли проект менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Уның билдәләүенсә, мобиль ҡушымта айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн әһәмиәтле, шуға ла был тәжрибәне урындағы фельдшерҙар менән бүлешеү мөһим.  

Мобиль ҡушымтаның исем туйы дөйөм ятаҡ асылыу менән тап килде. Рәсәй студенттары көнөндә уҡыу йортоноң төҙөкләндерелгән бинаһы сафҡа инде. Оҙаҡ йылдар биш ҡатлы йорт авиация техникумы балансында була. Йәшәү урындарына ихтыяж кәмегәс, былтыр республика властары ятаҡты медицина университетына тапшырыра.

Дөйөм ятаҡтың Дуҫлыҡ монументы эргәһендә урынлашыуы символик мәғәнәгә лә эйә. Сөнки бүлмәләрҙә сит илдәрҙән дә студенттар йәшәйәсәк. Әйткәндәй, төҙөкләндерелгән бина сафҡа инеү менән йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән. Бөгөн уҡыу йортоноң 6 ятағында 3 меңгә яҡын студент йәшәй.

Ятаҡты төҙөкләндереү өсөн дәүләттән 89 миллион һум бүленгән, тағы ла ике миллион һум аҡса мебель алыуға  йүнәлтелгән. Студенттар әйтеүенсә, уңайлы шарттар булдырылыу менән бер рәттән, бында сифатлы белемгә юл асылған.

Яңы асылған ятаҡ уҡыу йортонан әллә ни йыраҡ түгел. Иртәнге автомобиль тығындары ваҡытында студенттар университетҡа 15-20 минутта йәйәү барып етә ала. Улар үҙ бүлмәләрендә ҡышҡы каникулдан һуң йәшәй башлаясаҡ.

Фото №1 - Рәсәй студенттары көнөнә оло бүләк

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ