Башҡортостанда бәләкәй нефть компаниялары селтәре ойошторола

Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров бүлеште.

Республика йортонда бәләкәй нефть компаниялары етәкселәре менән осрашыу үтте. Кәңәшмәлә сығарылған сеймалды эшкәртеү юлдары тураһында фекер алышынды. Башҡортостан билдәләүенсә, «Башнефть» ғәҙәттә ҙур ятҡылыҡтар менән генә ҡыҙыҡһына, ҙур ғына күләмдә нефте булған бәләкәй ятҡылыҡтар иғтибарҙан ситтә ҡала.

Иҡтисадты артабан үҫтереү өсөн уларҙы ла файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Ҡара алтын сығарыу ҡатмарлы технология процессын талап итә, әммә бәләкәй нефть компанияларының уның башҡарып сығыуға көсө етәрлек тигән фекер белдергән Башҡортостан Башлығы

Фото №1 - Башҡортостанда бәләкәй нефть компаниялары селтәре ойошторола

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ