Республика быйыл коронавирус инфекцияһына ҡаршы яҡынса 1 миллион доза вакцина аласаҡ

Ай аҙағына тиклем 50, ә февралдә 100 меңдән ашыу доза вакцина килер тип көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, прививка һәр поликлиникала эшләнә. Шулай уҡ мобиль пункттар ҙа йөрөйәсәк.

Процедураға берҙәм дәүләт порталы йәки мобиль ҡушымта аша, шулай уҡ 1301- Колл үҙәк номерына, берҙәм – 122 һандары буйынса алдан яҙылырға мөмкин. Тәүгеләрҙән булып ковидҡа ҡаршы вакцина медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә яһалды. Бөгөн улар прививканың ике компонентын да алған. Белгестәр билдәләүенсә, вакцинаны ике этапта эшләү яҡшы иммунитет булдыра. 

Фото №1 - Республика быйыл коронавирус  инфекцияһына ҡаршы яҡынса 1 миллион доза вакцина аласаҡ

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ