Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана тип ялған хәбәр таратыусыны эҙләү дауам итә

Кисә «Өфөоргсинтез» заводында газ резервуары шартлау һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындан һуң интернет киңлектәрендә халыҡҡа хәүеф янауы, эвакуация ойоштороласаҡ тигән имеш-мимеш таралды. Белгестәр хәбәрҙе инҡар итте.

Өфөлә эшләгән күсмә лабораториялар һауала зарарлы матдәләрҙең булмауын асыҡланы. Закон буйынса, фейк яңылыҡтар таратыусыға 700 мең һум күләмендә штраф һәм өс йылға иректән мәхрүм ителеү янай.

Әйтерһең дә ҡараңғы төндә ҡапыл ҡояш ҡалҡа. Тик был яҡтылыҡтың шартлау тауышы менән оҙатылыуы ғына халыҡта ниндәйҙер шик тыуҙыра. Һуңынан ғына шаһиттар завод биләмәһендә көслө янғын сығыуын абайлай.

Күк йөҙө ҡапыл яҡтырып китте. Мин тәүҙә күҙемә күренә, үҙемә берәй хәл булып киттеме тип торам. Машина эсендә ултыра инем. Әҙерәк ер һелкенгәндәй ҙә булды.

Айҙар Ғәлимов, ваҡиға шаһиты

Нефть эшкәртеү заводындағы янғын киске һигеҙенселәрҙә башлана. Уға ике резервуарҙың береһе тишелеүе сәбәпсе була. Тәүҙә ут менән  предприятиеның үҙ янғын һүндереү хеҙмәте көрәшә. Һуңынан ҡотҡарыусылар килеп етә.  Йәмғеһе янғын һүндереүгә 127 кеше  һәм 44 берәмек техника йәлеп ителә.

Ялҡынды сикләү өсөн ҡотҡарыусыларға өс сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә. Ут һүндереү менән бер рәттән эргәләге резервуар шартламаһын өсөн уны һыуытыу талап ителә. Завод тирәләй шунда уҡ мобиль лаборатоииялар эшләй башланы. Тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләр булмауын асыҡланы. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡҡа борсолорға урын юҡ.

Ҡыҙғанысҡа янғын ҡорбандары ла бар. Тәүҙә хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған хеҙмәткәрҙең үле кәүҙәһе табылды. Тағы бер зыян күреүсе баш ҡаланың 21-се дауаханаһына оҙатылды. Һөрөм һулаған ирҙең хәле уртаса баһалана. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Производство объекттарында сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу сәбәпле кеше үлеменә юл ҡуйыу  статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылды. Предприятиела эш тәртибен тейешенсә тәьмин итмәгән яуаплы етәкселәр эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Евгений Каневский ,Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы

Ялҡынды төнгө өсөнсө яртыла ғына туҡтаталар. Ә бына янғын тулыһынса тик иртәнге етенселә генә һүндерелә. Артабан белгестәр ғәҙәттән тыш хәл сығыу сәбәптәрен асыҡланасаҡ.

Фото №1 - Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана тип ялған хәбәр таратыусыны эҙләү дауам итә
Башбат

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ