Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юлүткәргес сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре менән осрашҡандан һуң был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Подрядсылар менән үткән кәңәшмәлә юлүткәргесте сафҡа индереүҙең яңы графигы протоколдарҙа теркәлде.

Башҡортостан юлдарында видео һәм фото теркәү ҡоролмалары һаны мең ярымға еткерелә. Был турала Танспорт сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков белдерҙе.

Уның фекеренсә, камераларҙың артыуы юлдағы хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ыңғай йоғонто яһар һәм аварияларҙа үлем осраҡтарын кәметер тип күҙаллана. Республика юлдарына әле 1000-дән ашыу камера ҡуйылған, уларҙың 946-һы стационар видеотеркәү ҡоролмалары. 2021 йылдың беренсе кварталында уҡ улар тағы ла 300 берәмеккә арттырыла.

Фото №1 - Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юлүткәргес сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ