Өфөгә инеү һәм сығыу урыны ваҡытлыса ябыла

Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди киҫелешендәге юл үткәргестең тороҡтарын һүтеүҙе тамамлау өсөн әлеге арауыҡта Өфөгә инеү һәм сығыу урыны ваҡытлыса ябыла.

Сикләү 26 ғинуарҙан 30-на тиклем төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә тиклем ғәмәлдә була. Ябылған участканы ике йүнәлештә лә Сочи урамы буйлап урап үтергә мөмкин. 

Фото №1 - Өфөгә инеү һәм сығыу урыны ваҡытлыса ябыла

Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ