Иглин районы хакимиәтендә ойошторолған ултырышта урындағы етәкселәр күп ҡатлы йорттарҙың идарасы компаниялары вәкилдәре һәм фатир хужалары менән осрашты. Район кимәлендә үткән сарала күтәрелгән мәсьәләләрҙе граждандар тауыш биреү ысулы менән һайлап чиновниктарға еткерҙе.
Юл ремонты, көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү, ихаталарҙы таҙартыу кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.
Флорида Ким.




