«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә боҙҙа Түбәнге Яйыҡбай боҙонда турнир үтте. Сәкән һуғырға Баймаҡ ҡалаһы һәм Әбйәлил уйынсылары йыйылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сәкән һуғыу һәр быуын ир-егеттәренең яратҡан уйыны. Турнирҙа өс команда Нуғай ауылынан «Баяс» Баймаҡ ҡалаһынан «Алдар батыр» һәм Әбйәлилдән «Аҡбуҙат» командалары үҙ-ара көс һынашты.
«Ҙур хоккей» уйынына Түбәнге Яйыҡбайҙар бар ауыл менән әҙерләнә, тәү сиратта улар Киндеркүл йылғаһында хоккей майҙансығы урынлаштыра.
Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына «Еңеүгә илткән юл» күргәҙмәһе лә тәҡдим ителә. Айыҡ ауыл конкурсына әҙерлек барышында ауыл тарихы, уның йәшәйәше, билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт туплана.
Самле уйында «Аҡбуҙат» командаһы – беренсе, «Баяс» – икенсе, «Алдар батыр» командаһы өсөнсө урынға сыҡты.Сәләмәтлек байрамында төрлө уйын майҙансыктары ла булдырылды.Теләуселәр бура һуғып,сыбырткы шартлатып,уҡ атып үҙ көстәрен һынай алды.
Раушания Рәхимова.




