Уҙған төндә шорт-трек буйынса континенталь ярышта Европа чемпионы исемен яулаусы Семен Елистратов Өфөгә ҡайтты. Аэропортта спортсыны көйәрмәндәр һәм журналистар ҡаршы алды. Гданьск ҡалаһында үткән ярышта Елистратов өс тапҡыр Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ул мең һәм мең ярым метр арауыҡта алтын, эстафетала көмөш миҙалдар яуланы.
Милли йыйылма команда составында яҡташыбыҙ үҙен иң титуллы спортсы итеп танытты. Коронавирус инфекцияһына бәйле, шорт-трек буйынса Европа чемпионаты халыҡ-ара кимәлдәге ярыш календарындағы оҙайлы тәнәфестән һуң уҙғарылды. Был осорҙа Семен Елистратов Өфөләге шорт-трек үҙәгендә, тәүге тренеры Андрей Максимов етәкселегендә күнекмәләр үтте. Яңы инфекцияға бәйле сикләүҙәр ярыштарҙы уҙғарыу форматына ла ҡағылған.
Гөлдәриә Йосопова.




