Рапс майы Ҡытайға оҙатыла. Унда бөтәһе 2 мең ярым тоннанан ашыу продукция ебәреләсәк. Экспортҡа оҙатыр алдынан диңгеҙ контейнерҙары махсус технология буйынса әҙерләнә, ти завод директоры Айҙар Якупов. Орлоҡ республика хужалыҡтарынан һатып алынған. Шишмә заводында алты мең тоннанан ашыу техник культура орлоғон эшкәртергә ниәтләйҙәр.
Рапс – юғары уңыш биреүсе һәм әрһеҙ культура. Республикала ул 50 мең гектарға яҡын майҙанда үҫтерелә.





