Бөгөн Ленинградты фашист ҡоршауынан азат итеү көнө

Бөгөн Ленинградты фашист ҡоршауынан азат итеү көнө
Фото №1 - Бөгөн Ленинградты фашист ҡоршауынан азат итеү көнө

Быйыл был тарихи датаға 77 йыл. 1941-1942 йылдарҙың яҙы менән көҙө Ленинград блокадаһы тарихында иң хәүефле осор була. Ҡалала йылытыу системаһы эшләмәй, халыҡ өшөмәҫ өсөн китап, йыһаздар, ағас ҡоролмаларҙы яға. Шул йылдарҙа йөҙҙәрсә мең кеше туңып үлә. Ленинград блокадаһын Совет ғәскәрҙәре 1944 йылдың ғинуарында ғына өҙә ала. Рәсәйҙә ҡоршауҙы өҙгән көнгә арналған төп саралар Санкт-Петербургта уҙа. Төньяҡ баш ҡаланан хәбәрсебеҙ Әғзәм Яруллин һөйләй.

Бөгөн Ленинградты фашист ҡоршауынан азат итеү көнө

Башҡортостанда ла Ленинград блокадаһы  ҡорбандарын иҫкә алалар. Бөтә ҡалалар һәм райондарҙа "Блокада икмәге" акцияһы үтә.

“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ