Быйыл республикаға 120 яңы пассажир автобусы алыу планлаштырыла

Быйыл республикаға 120 яңы пассажир автобусы алыу планлаштырыла
Фото №1 - Быйыл республикаға 120 яңы пассажир автобусы алыу планлаштырыла

Улар лизингка һатып алына. Был турала бөгөн онлайн брифингта Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдерҙе. Былтыр “Башавтотранс” предприятиеһына 245 яңы автобус тапшырылған. Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы ҡулланыла. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, уның менән иҫәпләшеүселәр һаны арта.

Быйыл республикаға 120 яңы пассажир автобусы алыу планлаштырыла

Берҙәм транспорт картаһы менән иҫәпләшүселәр льготалы хаҡҡа йөрөй. шулай уҡ “Бәхетле сәғәт” тарифы буйынса түләү мөмкинлеге бар. Пассажир бер тапҡыр түләп, 60 минут эсендә бер нисә маршрутҡа күсеп ултыра ала. Алан Марзаев дауам итә.

Быйыл республикаға 120 яңы пассажир автобусы алыу планлаштырыла

Өфөлә электр транспортын үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. Алан Марзаев белдереүенсә, заманса троллейбустар эшләү планлаштырыла. Был проектҡа инвесторҙар йәлеп итеү ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ