Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм граждандарҙы яҡлау идаралығының уҡыу үҙәге заманса техника менән йыһаҙландырылды. Буласаҡ ҡотҡарыусыларға белем алыу өсөн шарттар булдырыу өсөн республика хөкүмәтенән 3,5 млн һум аҡса бүленә. Был суммаға уҡыу үҙәгендә урынлашҡан 10 кабинет яңыртылған. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Шишмә районынан Өфөгә уҡырға килгән буласаҡ янғын һүндереүселәр тәүгеләрҙән булып яңы ҡоролмалар ярҙамында белемен камиллаштыра. Хәүефле шарттарҙа ҡотҡарыусы эшен күрһәтеү өсөн уҡыу үҙәгенә килтерелгән манекен, тренажер, медицина инструменттары, интерактив таҡталарҙы һатып алыу өсөн дәүләт ярҙамы былтыр бүленә.
2020 йылда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм граждандарҙы яҡлау идаралығы уҡыу-уҡытыу үҙәгендә 7 меңдән ашыу ҡотҡарыусы уҡып сыға. Улар үҙҙәренең район-ҡалаларында яуаплы һөнәр буйынса эш башлар алдынан уҡыу программаһы буйынса имтихан тапшырып сертификат алғас ҡына ашығыс ярҙамға сыға.
Башҡортостан хөкүмәте тарафынан уҡыу-уҡытыу үҙәген яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн 3,5 млн һум аҡса бүленә. Был сумма ярҙамында ҡотҡарыусыларҙы әҙерләү бүлегендә 10 кабинетты тәртипкә килтерелә.
Буласаҡ ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр дистанцион уҡыу форматында ла программаның теоретик өлөшөн ҡатмарлыҡтарһыҙ үҙләштерә. Интерактив таҡта һәм башҡа йыһаздар электрон белемгә ихтыж юғары булған осорға тура килә. Быйыл яңыртылған үҙәктә тағы ла күберәк хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытып сығары умаҡсаты ҡуйыла.
Флорида Ким.




